Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Март , 07:14

Аварияла хәрби комиссар һәләк булған

Бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике кешенең...

Аварияла хәрби комиссар һәләк булған
Аварияла хәрби комиссар һәләк булған

Кисә Өфө - Инйәр - Белорет трассаһының ун бишенсе саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Был участкала, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Renault Clio" ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм "Тойота" менән бәрелешкән.

Бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике кешенең: "Renault Clio" водителенең һәм пассажирының ғүмере өҙөлгән. Беҙҙең сығанаҡ хәбәр итеүенсә, "Тойота"ның пассажиры Ринат Ғималов булған. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике кеше: ""Renault Clio" водителе һәм "Тойота"ның пассажиры йән биргән.  "Тойота"ның пассажиры Ринат Ғималов булған, ул - Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары.

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ошо минуттарҙа прокуратура һәм башҡа оператив хеҙмәттәр эшләй.

Ринат ҒИМАЛОВ, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хәрби комиссары – 2003 йылда Көньяҡ Осетияла уның етәкселегендәге көстәр хөкүмәт элемтә узелын һәм ҡала АТС-ын обороналап, боевиктар ҡулына төшөрмәгән, Цхинвалдың бер сауҙа үҙәгендә ҡулдан яһалған шартлатҡысты шәхсән үҙе зарарһыҙландырып, террор актына юл ҡуймаған.

Фото: TГ bashdtp official; прокуратура Башкортостана; издание «Савалеевская новь».

Автор:
Читайте нас: