Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
5 Май 2024, 03:50

Өфөлә алты бармаҡлы сабый тыуған

Шуныһы ғәжәп - әсәһе быға һис борсолмаған. 

Өфөлә алты бармаҡлы сабый тыуғанӨфөлә алты бармаҡлы сабый тыуған
Өфөлә алты бармаҡлы сабый тыуған

Табибтар бала тыуыу менән уның аяҡтарына иғтибар иткәндәр. Малайҙың ике аяғында ла алтышар бармаҡ. Ә әсәһе бының өсөн борсолмаған да. Баҡһаң, быға тиклем тыуған ике улы ла шулай алтышар бармаҡлы булып донъяға килгән икән.

Был ғаилә Благовещенда йәшәй. Оло улдарына - алты, уртансыһына өс йәш.  Санкт-Петербургта ике малайҙы ла  артыҡ бармаҡтарынан азат иткәндәр. Улар хәҙер башҡалар кеүек үк. Әлеге хәл – полидактилия тип атала. Ул нәҫелдән килә. Уларҙың нәҫелендә әбейҙәре алты бармаҡлы булған.

Автор:
Читайте нас