+21 °С
Болотло
Кисә Азербайжан президенты менән плотина асыуҙа ҡатнашҡан Иран президенты Ибраһим Рәйесенең вертолеты һәләкәткә юлыҡты. Томанлы мәлдә, таулы урында ул радарҙарҙан юғала. Төн буйына эҙләгәс, уны Төркиә дроны тапҡан, вертолеттың янып бөтөүе асыҡланған.
Вертолетты 11 сәғәт эҙләнеләр. Рәйескә 63 йәш. Ул элек прокурор ине. 2021 йылдан президент. Ул сәид - Мөхәммәд пәйғәмбәр нәҫеленән. Уның менән бергә тышҡы эштәр министры, Көнсығыш Азербайжан губернаторы, Тәбриз имамы ла булған.