Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Май , 09:00

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Һауа температураһы төндә +1,+6°, урыны менән һауала һәм ер өҫтөндә 0, -5° градусҡа тиклем ҡырау төшәсәк, көндөҙ +20,+25°, көньяҡ-көнсығышта +15° градусҡа тиклем.

Ял көндәрендә һауа торошо  ниндәй булыр?
Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 25 майҙа, шәмбе көндө, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып уҙасаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, төндә һил, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1,+6°, урыны менән һауала һәм ер өҫтөндә 0, -5° градусҡа тиклем ҡырау төшәсәк, көндөҙ +20,+25°, көньяҡ-көнсығышта +15° градусҡа тиклем.

Йәкшәмбе көндө, 26 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында күк күкрәп ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан яңы, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағаналары төндә +8,+13°, көндөҙ +15,+20°, көньяҡта +25° градус күрһәтәсәк.

Бөгөн, 24 май көндө, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуып уҙасаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан тымыҡ. Һауа температураһы +10,+15° тәшкил итәсәк.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: