+24 °С
Ямғыр
2 июндә Өфөнөң Октябрь проспектындағы йорттоң тәҙрәләре аҫтында имгәнгән бала табылды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул москит селтәренә терәлеп, 5-се ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡолап төшә. Ашығыс ярҙам бригадаһы малайҙы республика балалар клиник дауаханаһына алып килә. Кисә реанимацияла уның ауыр хәлдә булған. Бөгөн "Башинформ" ға БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән: "Баланың хәле ауыр булһа ла, тотороҡло", - тип хәбәр иткәндәр. Хоҙайым, иҫән генә була күрһен.
Авторы: Ксения Калинина