Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июнь , 08:55

Йылан дүрт балалы әсәне харап иткән

Ире ҡатынын ник яңғыҙ ебәргәненә үкенә лә һуң, ни хәл итәһең...

Йылан дүрт   балалы әсәне харап иткән
Йылан дүрт балалы әсәне харап иткән

 

6 июндә Индонезияның Калемпанг ауылынан 50 йәшлек дүрт бала әсәһе  баҙарға аҙыҡ-түлек һатырға киткән ерҙән ғәйеп була. Хужабикәне кисен көтөп көтөк булғас, ире ауылдаштары менән эҙләргә сыға. Урманда уның  әйберҙәренә тап булалар, ә тиҙҙән саҡ ҡыбырлаған алты метрлыҡ быуар йыланды күреп ҡалалар. Эсе күпкән питонды үлтереп, ярғас, унан юғалған ҡатындың кәүҙәһе килеп сыға. Ире ҡатынын ник яңғыҙ ебәргәненә үкенә лә һуң, ни хәл итәһең...

Фото һәм сығанаҡ: https://www.dailymail.co.uk/news/article-13508489/woman-eaten-alive-giant-python-Indonesia.html

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: