+21 °С
Болотло
"Юлдаш" радиоһының тауыш режиссеры Альберт Рамазанов махсус хәрби операцияға юлланды.
"Салауат тоҡомо Альбертыбыҙ С. Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт итәсәк", – тип хәбәр итә уның хеҙмәттәштәре.
Дүрт бала атаһы Альберт Рамазанов бындай етди ҡарарға үҙе килгән. Ул БДУ-ла уҡығанда хәрби кафедра тамамлаған. Запастағы офицер, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Тыуған иленә файҙа килтерә алыуына ышана.
Альберт тыумышы менән Салауат районының Урмансы ауылынан.
"Йүрүҙән" гәзите