Өфөнән 50 йәшлек ҡатынға "инвестиция компанияһы хеҙмәткәре" шылтыратып, аҡсаны арттырырға тәҡдим итә.
Ҡатын "белгес"кә ышанып, уның шарттарына ризалаша, шунан һуң аферист әйткән иҫәпкә 900 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.
Тик аҡса күсеү менән шылтыратыусы ла, аҡса ла юғала.
Иглин районында йәшәүсе 32 йәшлек ҡатын да шундай уҡ хәйләгә эләгә. Ул муттарҙың иҫәбенә ике миллион һумдан ашыу кредит аҡсаһын ебәрә.
Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур часына 60 йәшлек ир мөрәжәғәт итеп, билдәһеҙ кешенең уның исеменә 700 мең һумға яҡын кредит алып, уны билдәһеҙ иҫәпкә күсереүҙәре тураһында белдерә.
Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау барышында ирҙең элекке сим-картаһының әлегәсә банк ҡушымтаһына бәйле икәне билдәле була. Сим-картаның яңы хужаһы шуны белеп ҡалып, уның исеменә онлайн кредиттар алған да инде.
Аҡыллыға ишара: сим-картағыҙҙы алыштырған саҡта, иҫке номерҙы банк ҡушымтаһынан алырға онотмағыҙ.
Әлеге ваҡытта был факттар буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәре шылтыратһа, трубканы ҡуйығыҙ һәм банктың ҡыҙыу линия телефонына шылтыратығыҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Бер ниндәй осраҡта ла шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм карта реквизиттарын бирмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.