+24 °С
Ямғыр
Был хаҡта Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн кискә ҡарай Яңы Балаҡатай - Билән – Перевоз юлының 28 – се километрында «Мерседес» автобусы түңкәрелгән. Салонда 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге 17 бала була. Улар Туймазы районының балалар лагерынан Екатеринбургҡа ҡайтып барған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ, бөтә балалар ҙа ашығыс медицина ярҙамы табиптары тарафынан тикшерелгән һәм яҡындағы мәктәп-интернатҡа килтерелгән.