+24 °С
Ямғыр
Фажиғә кисә Бөрөлә була. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы телеграм-каналында хәбәр ителә. Ял итеүселәр Ағиҙел буйына машинала килә, уның прицебында кәмә була. Һыуға төшөргән ваҡытта кәмә прицепты ла, машинаны лы йылғаға һөйрәп ала. Салонда ике өлкән кеше, өс бала була. Бүтәндәр ҡотола, тик 7 йәшлек малай ғына сыға алмай. Баланы бөгөн эҙләү дауам итә.
Фото: "Башинформ"