+24 °С
Ямғыр
Кисә Краснокама районында үлемесле авария булған. Унда 65 йәшлек ир «ВАЗ-2115» автомобиле менән ҡаршы һыҙатҡа сығып "Renault Sandero" менән бәрелешә. Аварияла «ВАЗ-2115» машинаһының 64 йәшлек пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була, ә уның водителе дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ 36 йәшлек "Renault" водителе һәм уның 35 йәшлек ҡатыны, уларҙың ике балаһы: 7 йәшлек ҡыҙ һәм бер йәшлек малайҙы дауаханаға алып китәләр.