+24 °С
Ямғыр
Кисә Новодевичье зыяратында бер кеше Александр Масляковтың ҡәберен емереп киткән. КВН-дың алып барыусыһын 11 сентябрҙә ерләгәйнеләр. Егет кеше шунда уҡ ҡәбергә ташланмай, ул бер аҙ зыярат буйлап йөрөй ҙә, кешеләр булмаған мәлде көтөп, ҡәберҙе емерә башлай. Уны бер ҡатын күреп ҡала ла, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Егетте ҡулға алалар. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше асылған.