Илебеҙҙең баш ҡалаһынан ауыр хәбәр килде. Унда яҡташыбыҙ – йәш стюардесса ҡыҙ һәләк булған.
Эльвина сығышы менән Кушнаренко районының Үрге Сәйет ауылынан. Ҡыҙ бәләкәй сағынан стюардесса булырға теләй һәм был хыялын тормошҡа ашыра. Тейешле белем ала, әҙерлек үтә һәм “Урал һауа юлдары” авиакомпанияһына эшкә урынлаша. Ул Мәскәүҙә йәшәгән була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә ҙур фажиғә була. Ул үҙенең хеҙмәттәше менән такси алып эштән ҡайтырға сыға. Ләкин юлда таксист йоҡлап китә һәм ҙур йөк машинаһы аҫтына эләгә. Машиналағы кешеләр бөтәһе лә урында һәләк була.
Кисә Эльвинаны тыуған ауылында ерләгәндәр. Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.