+21 °С
Болотло
Бөгөн төндә Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылында күп балалы ғаиләнең йортонда янғын сыҡҡан. Утты һүндереүгә 11 кеше һәм 4 берәмек техника йәлеп ителгән. Йортта 3 йәштән 9 йәшкә тиклемге биш балалы ғаилә йәшәгән. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән. Хәҙер фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.