+11 °С
Ямғыр
27 сентябрҙә Өфөләге Георгий Мушников, Төхвәт Йәнәби, Новоселов һәм Михаил Шолохов урамдары менән сикләнгән Инорс биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан күп ҡатлы йорт биләмәһендә штукатур 12-се ҡаттан ҡолап төшкән. 22 йәшлек егет ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталылған. Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Фото "Башинформ".