Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев хәбәр итә.
─ Отпуск тамамланды, – тине Константин Толкачев. ─ Алексей Локоленко, ике тапҡыр яраланыуға ҡарамаҫтан, Курск өлкәһенең тыныс халҡын яҡлау өсөн яңы контракт төҙөнө. Ул "Пятнашка" интернациональ бригадаһының "Архангел" штурм отрядтәре составында һуғышасаҡ. Уның менән алғы һыҙыҡҡа өс ярҙамсыһы, шулай уҡ депутат Марк Ғәзизовтың ярҙамсыһы – танылған шағир Әнғәм Атнабаевтың ейәне Таһир Атнабаев та китә. Уларға уңыштар теләйбеҙ һәм еңеү менән көтәбеҙ. Ә беҙ үҙ яғыбыҙҙан Рәсәй суверенитетын һаҡлаусы яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән, алғы һыҙыҡта булған бүлексәләргә ярҙам күрһәтәбеҙ. Һәр яугирҙең тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.