-4 °С
Болотло
Бөгөн Ҡыйғы районының Ибрай ауылында ҡурҡыныс янғын булған. Йортта ике игеҙәк ҡыҙ булған. Ата-әсәһе менән тағы ике балаһы күршеләрҙә була был ваҡытта. Ут сыҡҡанда ҡыҙҙарҙың береһе ҡасып сығып, атаһын ярҙамға саҡыра. 41 йәшлек атай кеше ҡыҙын ҡотҡарырға маташа, әммә уны таба алмай. Ул үҙе лә тән яныуы ала һәм ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатыла. Янғын урынын тикшереү барышында һәләк булған ҡыҙ табылған, тип хәбәр иттеләр. Янғын һүндерелгән, уны һүндереүгә 8 белгес һәм 3 берәмек техника йәлеп ителгән. Фажиғәнең сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ!