-7 °С
Болотло
4 ноябрҙән 5-нә ҡарай төндә Силәбе өлкәһенең Сулея ҡасабаһында ҡот осҡос хәл булған. 32 йәшлек ҡатын мунсала бала таба, әммә сабыйҙы ҡабул итмәй, үлтерергә була. Ҡатын уны пакетҡа төрөп, кер йыуыу машинаһына һала. Унда төн үткәргәндән һуң сабый үлә. Бәлки, әсәһе, үҙен насар тоймаһа, енәйәт эҙҙәрен йәшерергә тырышыр ине. Икенсе көндө ул дауаханаға мөрәжәғәт итә, унда табиптар ҡатындың бала тапҡанын аңлап ҡала.
- Ә бала ҡайҙа? - тип һорай табиптар.
Ҡатын йәшермәйенсә, тураһын һөйләй. Ул бер нисә көн дауаханала ята. Уны дауахананан 8 ноябрҙә генә сығарандар. Хәҙер уның менән тәфтишселәр эшләйәсәк, – тип һөйләне хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы.