Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Декабрь , 10:25

4 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән

Әсәһе ҡотҡарырға маташҡан, тик...

4 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән
4 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән

Кисә кис Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылында ҡот осҡос янғын сыҡҡан, унда дүрт йәшлек малай һәм оло йәштәге ҡатын һәләк булған. 

Ике ҡатлы фатирлы йорттоң беренсе ҡатындағы фатир янып китә. Ут тиҙ арала күрше тирәгә, дөйөм коридорҙарға һәм йорт ҡыйығына тарала. Янғын һүндереүселәр, икенсе ҡаттағы фатирҙан килеп еткәс, 4 йәшлек малайҙы алып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уның үлемен раҫлай. Баланың 30 йәшлек әсәһе уны ҡотҡарырға маташа, әммә әсе төтөн менән һулап ала һәм аңһыҙ хәлдә реанимацияға оҙатыла

Шулай уҡ янғын һүндереү барышында беренсе ҡаттағы фатирҙа 70 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. Утты һүндереү өсөн 33 белгес һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта янғындын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: