Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Хәүефһеҙлек
21 Января 2025, 10:30

Автобус янып киткән

Уның эсендә 12 кеше булған, тип хәбәр итәләр...

Автобус янып киткәнАвтобус янып киткән
Автобус янып киткән

Туймазы районында М-5 «Урал» трассаһының 1291-се саҡрымында «Неоплан» шәхси автобусы янған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр Махачкала - Өфө маршруты буйынса хәрәкәт иткән автобусты һүндергән.

Ут 18 минуттан тулыһынса һүндерелгән. Бәхеткә, ҡаза күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ.

Салонда 12 кеше, араларында 3 водитель һәм 9 пассажир булған. Ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарҙы эш машиналарына ултыртып, яҡындағы ҡунаҡханаға алып барып урынлаштырған.

Фото: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас