+21 °С
Болотло
Иглинда үҫмер юғалған. 16 йәшлек Диана Хәсәнова 15 февралдә өйөнән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған. Туғандары уға шылтырата алмай, таныштары ла күргәндәре булмаған.
Диананың билдәләре: 170 см бейеклектәге ябыҡ ҡыҙ, сәстәре һоро, күҙҙәре йәшел. Юғалған көндө ҡышҡы кейемдә була: аҡ куртка, аҡ-зәңгәр төҫтәге күлдәге, аҡ-йәшел төҫтәге джинсы һәм кроссовкалар. Эҙләү өсөн ирекмәндәр кәрәк. Әгәр ҡыҙҙы күрһәгеҙ йәки уның ҡайҙа булыуы мөмкинлеген белһәгеҙ, ашығыс рәүештә «ЛизаАлерт»ҡа шылтыратығыҙ: 8 (800) 700-54-52 йәки 112-се хеҙмәткә.