+24 °С
Ямғыр
Бөгөн иртәнсәк Өфөнөң Шаҡша биҫтәһенең Гвардия урамында 28 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. «Лада Приора» водителе парковкала ултырған DAF йөк машинаһына килеп бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.