+24 °С
Ямғыр
Хәйбулла районы суд приставтары бүлеге балаһына алимент түләмәгән 27 йәшлек Татьяна Мартенсты эҙләй. Орск ҡалаһында тыуып үҫкән ҡатын суд ҡарарын үтәмәй. Хәҙер бурыс 180 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ҡатын Өфө тирәһендә йөрөй, тиҙәр. Татьяна Мартенстың ҡайҙалығын белгән һәр кемде телефон аша хәбәр итеүҙәрен һорайҙар: 8 (347) 273-56-40, 8 (34746) 2-73-05.