Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Март , 10:14

Уҡыусыларға бысаҡ менән сәнскән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса...

Уҡыусыларға бысаҡ менән сәнскән
Уҡыусыларға бысаҡ менән сәнскән

Түбәнге Новгород ҡалаһында үҫмер егет үҙенең тиҫтәрҙәренә бысаҡ менән сәнскән. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының урындағы идаралығы хәбәр итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҡыусылар араһында бәхәс сыҡҡан. Әле йәрәхәтләнгән уҡыусыларҙы табиптар ҡарай, уларҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Мәктәптә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй, тип хәбәр итте "Башинформ".

Бер нисә телеграм-канал хәбәр итеүенсә, 8-се класс уҡыусыһы иптәштәренә бысаҡ менән ташланған. Ике уҡыусының муйынын һәм эсен яралаған. Әле уны полиция эҙләй. Быға тиҫтерҙәренең йәберләүе сәбәпсе булыуы ихтимал.

 
Автор:
Читайте нас: