Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
18 Март 2025, 04:57

Башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә...

Бөгөн төндә булған янғында биш бала менән бер ир һәләк булған.

Башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә...Башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә...
Башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә...

Дәүләкән районында булған янғында биш бала менән бер ир һәләк булған. Бөгөн төндә ауылдағы ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатында түшәм янып китә. Янғын майҙаны 2,5 квадрат метр тәшкил итә. Утты күршеләр ҡулдағы саралар менән һүндерә. Фатирҙа биш бала — 7 йәшлек ҡыҙ, ике 5 йәшлек игеҙәк ҡыҙ, ике 3 йәшлек игеҙәк малай, шулай уҡ ир табылған.

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, фажиғә ваҡытында әсә кеше эштә булған. Балалар һәм ир янған түшәмдең төтөнөнә тонсоҡҡан, уларҙың кәүҙәләрен диванда тапҡандар. Әлеге ваҡытта фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Шулай уҡ урында Тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Уттан һаҡ булығыҙ! Көндәр йылытыу менән янғын сығыу хәүефе арта.

Автор:
Читайте нас