+22 °С
Ямғыр
Өфөлә 34 йәшлек ҡатынды таба алмайҙар. 15 апрелдә Гөлназ Моратова өйөнән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған. Юғалған ҡатындың камуфляжлы кофта һәм ҡара салбар кейгәнлеге билдәле. Ҡайҙа һәм ниндәй маҡсат менән барырға йыйыныуы тураһында бер кемгә лә хәбәр итмәгән. Туғандары уның бәйләнешкә сыға алмай аптырай.
Билдәләре: буйы 165 сантиметр тирәһе, сәстәре ҡара, йөҙө түңәрәгерәк. Гөлназ тураһында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ 112 йәки 8-800-700-54-52 номерҙарына шылтыратығыҙ.