Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
28 Апрель 2025, 08:56

Үҙ өләсәһен яндырған

Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар, хәҙер уны...

Үҙ өләсәһен яндырғанҮҙ өләсәһен яндырған
Үҙ өләсәһен яндырған
Стәрлетамаҡ районында 21 йәшлек егетте үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. 16 апрелдә ул өйөнә иҫереп ҡайта ла аҡыртып музыка ҡуя. Шуның арҡаһында 75 йәшлек өләсәһе менән иреш-талаш сыға. 
 
Аҙаҡ егет йоҡо бүлмәһендәге шаршауға ут төртә лә сығып китә. Янғын сығып, ялҡын өйҙө ялмап ала. Янғын һүндереүселәр утты һүндергәндә өлкән йәштәге ҡатындың кәүҙәһен таба.
 
Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар, ул 16 июнгә тиклем СИЗО-ла ултырасаҡ.
 
Автор:
Читайте нас