Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
2 Май 2025, 14:55

Балконда шешлек бешерһәң...

Эйе, эйе, беҙҙең арала ундайҙар ҙа бар һәм ул хөкүмәт тарафынан тыйыла башланы. 

Балконда шешлек бешерһәң...Балконда шешлек бешерһәң...
Балконда шешлек бешерһәң...

Фатирҙа итте бешереп кенә түгел, уны утта өтөп йәғни шешлек итеп ашаусылар һаны артҡандан-арта бара икән. Шуға күрә лә, янғын сығыу ҡурҡынысы был осраҡта икеләтә артҡанлыҡтан, хөкүмәт штраф менән булһа ла тыйырға тырыша. 20.4 КоАП статьяға ярашлы, балконда шешлек бешереүселәрҙең биш мең һумдан ун биш меңгә тиклем кеҫәһенә һуғыуы мөмкин. Ә янғын сығыу хәүефе артҡан осраҡта, егерме меңгә тиклем күтәрелә.

Янғын хәүефһеҙлеген онотмайыҡ. Ҡыҙыл әтәс тәүлек әйләнәһенә йоҡламай. Бурҙан ҡала, уттан-һыуҙан ҡалмай, тип боронғолар юҡҡа әйтмәгән. 

Фото интернет селтәренән алынды. 

Балконда шешлек бешерһәң...
Балконда шешлек бешерһәң...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас