Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
22 Май 2025, 07:49

Һыйырҙы ҡотҡарам тип...

Республикала йәшен уты арҡаһында бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән.

Һыйырҙы ҡотҡарам тип...Һыйырҙы ҡотҡарам тип...
Һыйырҙы ҡотҡарам тип...

Миәкә районының Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында кисә мал һарайын йәшен атҡан. Ағас аҙбар шунда уҡ янып киткән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғында һыйырын ҡотҡарырға маташҡан 58 йәшлек хужабикәнең ғүмере өҙөлгән, малҡай ҙә һәләк булған. Ялҡын ялмап алған ҡыйыҡ уларҙың өҫтөнә емерелеп төшкән.

Ведомствола белдереүҙәренсә, ошо уҡ муниципалитеттың Исламғол ауылында ла шундай осраҡ булған. Бәхеткә, бында ҡорбандар юҡ.

Автор:
Читайте нас