Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
29 Май 2025, 06:10

Элекке ректор 22 йылға иркенән мәхрүм ителде

Ул заказлы үлтереү буйынса ғәйепләнә.

Элекке ректор 22 йылға иркенән мәхрүм ителдеЭлекке ректор 22 йылға иркенән мәхрүм ителде
Элекке ректор 22 йылға иркенән мәхрүм ителде

КФУ-ның элекке ректоры Илшат Ғафуров 22 йылға иркенән мәхрүм ителде

 Мәскәүҙең Савеловский суды КФУ-ның элекке ректоры Илшат Ғафуровҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Уны ғәйепле тип таптылар һәм 22 йыл ҡаты режимлы колония рәүешендә яза билдәләнеләр.

Был хаҡта «Татар-информ» яҙа. “Барыһы бергә 22 йыл ҡаты режимлы колония рәүешендә яза билдәләргә», - тине судья. Шул уҡ ваҡытта суд өс гражданлыҡ статьяһы буйынса 20-шәр миллион һум күләмендә әхлаҡи зыянды түләттереү тураһында ҡарар сығарҙы. Илшат Ғафуров ғәйепле түгеллеген бер нисә тапҡыр белдерҙе һәм судтан үҙен аҡлауын һораны. «Татар-информ» агентлығы элегерәк хәбәр иткәнсә, прокуратура Ғафуровты Алабуға эшҡыуары Айҙар Исрафиловты юҡ итеү эше буйынса 25 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораған. Иҫкәртеп үтәбеҙ, Ғафуров бер төркөм менән кешеләр менән заказлы үлтереүҙе ойоштороуҙа ғәйепләнә. Тикшереүселәр фаразлауынса, 1999 йылда Ғафуров Исрафиловты үлтерергә заказ биргән. Исрафилов, Алабуға ҡала Советы депутаты булараҡ, ул мәлдә Алабуға башлығы вазифаһын биләгән Ғафуровты тәнҡитләп сыҡҡан. Исрафиловты Мәскәүҙә ЦСКА спорт комплексы янында 1999 йылда үлтерәләр. 2023 йылдың сентябрендә Мәскәүҙең Савеловский суды Исрафиловты үлтереүҙә ҡатнашҡаны өсөн «29-сы комплекс» ойошҡан енәйәтсел төркөм лидеры, Алик Большой булараҡ билдәле Адыган Сәләховты 25 йылға иркенән мәхрүм итә. Тикшереү барышында Сәләхов Ғафуровҡа ҡаршы күрһәтмәләр бирә, ул шулай уҡ ойошҡан енәйәтсел төркөм ағзаһы һәм үлтереүҙең инициаторы булған тип раслый. Элекке ректорҙың эше шул уҡ судта ҡарала. Ғафуров үҙ ғәйебен кире ҡаға. Илшат Ғафуров КФУ-ны, 2021 йылда ҡулға алынғансыға тиклем, 2010 йылдан етәкләне.

Автор:
Читайте нас