Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
13 Июнь 2025, 16:09

Кем ғәйепле?

Халыҡтың фекере өскә бүленде. Күптәр аварияла һәләк булған үҫмерҙең ата-әсәһен ғәйепләй.

Кем ғәйепле?Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле?

Кисәге төндә Әбйәлил районының Яңы Балапан һәм Йәнекәй ауылдары араһында үлемесе авария осрағы теркәлә. "Альфа" мопедында китеп барған ун ете йәшлек үҫмер менән  ВАЗ-2114 машинаһындағы утыҙ өс йәшлек ир бәрелешә. Урында алған йәрәхәттән үҫмер "Тиҙ ярҙам" килгәнсе йән бирә. Йәш ирҙең ҡанында 0,293 мг. алкоголь булыуы асыҡлана.

Был ваҡиғаға ярашлы, халыҡтың фекере өскә бүленде. Берәүҙәр, үҫмергә бындай техника алып биргән ата-әсәне ғәйепләй. Икенселәр, эскән килеш руль артына ултырған йәш ирҙе. Өсөнсөләр, йәш үҫмерҙе, сөнки йәй башланыу менән уларға бәйле авария осраҡтары бермә-бер артыуы күҙәтелә. 

Фото интернет селтәренән алынды. 

Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас