+24 °С
Дождь


«Лиза Алерт БР» ирекмәндәре Өфө районының Михайловка ауылынан 59 йәшлек Наталья Савчукты эҙләй. Билдәле булыуынса, ҡатын 24 июндә юғалған. Ул һоро водолазка, ҡара трико, һары кедалар һәм һоро бейсболка кейгән. Билдәләре: 151 см бейеклек, ябыҡ кәүҙәле, һоро күҙле һәм һоро сәсле. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла 8-937-3-102-112 телефонына йәки берҙәм 112-се номерға шылтыратыуҙарын һорайҙар.