+22 °С
Дождь


Рәсәй эске эштәр министрлығының Нефтекама буйынса бүлеге хәбәрһеҙ юғалған Эльмира Ковалеваны эҙләй, ул - 2000-се йылғы. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, ул аҡ футболка, ян-яҡтарында өс аҡ һыҙатлы ҡара спорт салбары, аҡ табанлы ҡара кроссовкалар кейгән була. Уның тураһында бер ниндәй мәғлүмәт булһа, полиция хеҙмәткәре менән 8-917-76-10-764, 2-29-02 телефондары буйынса бәйләнешкә инеүҙәрен һорайҙар.