+24 °С
Ямғыр


Кисә кис Балтас районында ҡот осҡос аварияла 38 йәшлек ҡатын һәләк булған. Уның үҙенең өс ҡыҙы һәм бер туғанының бер ҡыҙы (бөтәһе лә 1,5 йәштән 11 йәшкә тиклем) тере ҡалған, уларҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткәндәр. Уларҙың өсәүһе — Бөрө дауаханаһына, береһе — Өфөгә күсерелде. Хәҙер авария факты буйынса, тикшереү үткәрелә, экспертизалар тәғәйенләнгән.