+22 °С
Ямғыр


Кисә кис Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында ҡурҡыныс янғын булған. Һүндереүгә тиҙ арала күрше тирә-яҡ йыйыла, шулай уҡ янғын һүндереүселәр килә.
Бүрәнә өй тулыһынса ут эсендә ҡалған, тип хәбәр ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергәндә 60 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табыла. Шулай уҡ унда ике үҫмер булған, (15 һәм 17 йәшлектәр) улар үҙ көсө менән утты һүндереп ҡарай, тик ул тиҙ тарала. Үҫмерҙәр йорттан сығып өлгөргән. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе мәғлүмәте буйынса, янғын электр ҡорамалдарының эшләмәүе арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.
Ут менән һаҡ булайыҡ!