Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль 2025, 12:36

Түбәнге Каманан ҡайтып килгәндәр

Яҡташтарыбыҙҙың яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Түбәнге Каманан ҡайтып килгәндәр
Түбәнге Каманан ҡайтып килгәндәр

Татарстан прокуратураһы мәғлүмәте буйынса, үткән аҙнала Туҡай районында булған аварияла дүрт кеше һәләк булған. Унда "Лада Приораның"ның водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Вольсваген Поло" машинаһына килеп бәрелә. Аварияла 29 йәшлек "Лада" водителе, уның 24 йәшлек ҡатыны, 3 йәшлек улдары, шулай уҡ 67 йәшлек "Поло"ның пассажиры һәләк була. Сит ил машинаһында тағы ла ике кеше, шул иҫәптән бер бала зыян күрә, уларҙы дауаханаға оҙаталар. Полицияла билдәләүҙәренсә, «Лада» пассажирҙары ҡайышын бәйләнгән, ә бала автокреслола ултырған булған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.

Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Автор:
Читайте нас