Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Июль 2025, 14:30

Һәләк булыусылар араһында балалар ҙа бар

Барыһы бортта 40-ҡа яҡын кеше булған, тип хәбәр ителә.

Һәләк булыусылар араһында балалар ҙа бар
Һәләк булыусылар араһында балалар ҙа бар

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Амур өлкәһендә, Тында аэропортынан бер нисә километр алыҫлыҡта, «Ангара» авиакомпанияһының Ан-24 пассажир самолеты радарҙан юғалған һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған. Ул Хабаровск – Благовещенск – Тында рейсын башҡарған. Бортта 40-ҡа яҡын кеше булған. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары юлланған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Амур өлкәһе буйынса баш идаралығы базаһында ҡыҙыу бәйләнеш телефоны эшләй: 8 (4162) 53-99-99.

Рәсәй Тәфтиш комитеты енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.

Автор:
Читайте нас