Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Июль 2025, 09:19

Табырға ярҙам итегеҙ!

Өс көн элек Сибайҙа 25 йәшлек ҡыҙ юғалған.

Табырға ярҙам итегеҙ!
Табырға ярҙам итегеҙ!

21 июлдә Сибайҙа (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Баймаҡ районының Байыш ауылынан) 25 йәшлек Илсинә Юлуева юғалған. Ҡыҙҙың һары комбинезон һәм аҡ кроссовкалар кейгәнлеге билдәле.

Уның буйы 154 см тирәһе, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, ҡара-йәшел күҙле. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла 8-800-700-54-52 телефонына йәки берҙәм 112-се номерға шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Автор: Фагим Ахмеров
Читайте нас