Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Июль 2025, 10:12

Юлдар хатаны ғәфү итмәй

Автобуста 20 кеше булған, тип хәбәр ителә.

Юлдар хатаны ғәфү итмәй
Юлдар хатаны ғәфү итмәй

Ҡыйғы районында автобус менән юл фажиғәһендә 20 кеше зыян күргән, икеһенең ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Уларҙың бер өлөшөн Мәсәғүт дауаханаһына, ҡалғандарын Ҡыйғы дауаханаһына килтергәндәр, пассажирҙар Ижевскиҙан килгән булған. Табиптарға ярҙамға өҫтәмә рәүештә 6 табип һәм 4 шәфҡәт туташы саҡырылған, ауыр пациенттарҙы санавиация менән Өфөгә алып барыу мәсьәләһе хәл ителә. Зыян күреүселәр ашығыс ярҙам буйынса килеүен дауам итә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Үрге Ҡыйғы ауылында медицина ярҙамы кәрәкмәгән туристар өсөн мобиль пункт асылған.

Яҡты-media. Башҡортостан

Автор:
Читайте нас