Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июль 2025, 10:20

Көслө ер тетрәүе булған

Уның магнитудаһы – 8,7 балл, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Көслө ер тетрәүе булған
Көслө ер тетрәүе булған

Камчаткала ер тетрәгән, уның магнитудаһы – 8,7 балл, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Төньяҡ Курильскиҙың яр буйы зонаһында цунами тулҡыны теркәлгән. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр юҡ. Ҡотҡарыусылар биналарҙы тикшерә. Ремонт эштәре барған балалар баҡсаһының фасады емерелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бинаны кәртәләп алған.

«Камчатка күҙәтеү һәм цунами тураһында иҫкәртеү үҙәге Төньяҡ Курил районының Парамушир һәм Шумшу утрауҙарына цунами яҡынлашыуын иҫкәрткән. Мейес торбалары һәм вентиляциялар өлөшләтә емерелгән. Төньяҡ Курильск ҡалаһы портын һәм «Алаид» балыҡ сәнәғәте предприятиеһын урыны менән һыу баҫҡан. Халыҡты эвакуациялағандар. Хәл контролдә тотола», – тиелә ведомствоның рәсми белдереүендә.

Автор:
Читайте нас