-21 °С
Болотло
Белорет тауҙарында сәйәхәт ваҡытында 19 йәшлек ҡыҙға юлында айыу осрай. Ҡасып барып ул да, айыу ҙа ҡаянан оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыҡай ауыр йәрәхәттәр ала. Ә айыу ул ҡәҙәр бер зыян да күрмәй һәм ул шунда уҡ ҡыҙға ташланып, өҙгөсләй башлай. Айыу бик агрессив була. Килеп еткән ҡотҡарыусыларға ла ул ташлана. Һөҙөмтәлә уны юҡ итергә мәжбүр булалар. Был хаҡта “Черный-Белый Белорецк” социаль селтәрендә хәбәр итәләр.