-21 °С
Болотло
Бөгөн Өфөнөң Оло Граждандар һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдарының киҫелешендә бер-береһенә ҡаршы килгән трамвай менән сүп-сар ташыусы машина юлдан китеп барған бер ирҙе ҡыҫа. Уны махсус ҡорамалдар ярҙамында ике тимер аттың ҡоршауынан аралап алалар. Бәхеткә күрә, медицина тикшереүе үткәс, уның зыян күрмәүе асыҡлана. Күптәр уны бөркәнсек эсендә тыуған, ти. Икенселәренең водителдәргә һорауҙары бар. Ҡайҙа ҡарап, нимә уйлап килделәр икән руль артында?!
Фото интернеттан алынды.