Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Декабрь 2025, 21:20

Бурысҡа тоғролоҡ

– Мине МХО-ға саҡырыуҙары хаҡында белгәс, кем менән алышасағымды, нимә менән осрашырымды тулыһынса аңлап етмәнем, – ти Рөстәм Мөхәмәтов. МХО-ға саҡырылған башҡа ирҙәр кеүек, уға ла яңы шарттарға яраҡлашыу һәм хәҙер илде яңы фашизмдан һаҡлауын тулыһынса аңлау өсөн ваҡыт кәрәк була.

Бурысҡа тоғролоҡ
Бурысҡа тоғролоҡ

 

Тормошо батырлыҡ һәм Тыуған ил алдындағы бурысты үтәү өлгөһөнә әүерелгән яҡташыбыҙҙың тарихын һөйләйбеҙ. Мәсетле районы Әжекәй ауылынан Рөстәм Мөхәмәтов – көслө рухлы һәм иленә тоғро яугир.

 

Рөстәм Заһир улына – 38 йәш. Ғаиләләге кинйә бала бик тырыш булып үҫә, мәктәптә уҡыған йылдарында хужалыҡта ағаһына ярҙамлаша. Атаһы тракторҙа эшләй, әсәһе – һауынсы. Әжекәй мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағас, тракторҙа эшләй башлай – еңел булмаған, әммә ауыл өсөн шундай мөһим һөнәрҙе үҙләштерә.
2022 йылда Рөстәм Заһир улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн йәлеп ителә, шул уҡ йылда уның менән бергә ҡайнағаһы ла хәрби хеҙмәткә алына.
– Мине МХО-ға саҡырыуҙары хаҡында белгәс, кем менән алышасағымды, нимә менән осрашырымды тулыһынса аңлап етмәнем, – ти Рөстәм Мөхәмәтов.
МХО-ға саҡырылған башҡа ирҙәр кеүек, уға ла яңы шарттарға яраҡлашыу һәм хәҙер илде яңы фашизмдан һаҡлауын тулыһынса аңлау өсөн ваҡыт кәрәк була.
Пензала хәрби часта ике ай интенсив әҙерлек үтеп, Рөстәм Заһир улы пехота ғәскәрҙәрендә пулеметсы булып хеҙмәт итә башлай. Хеҙмәтен Луганск өлкәһендә, Северодонецк ҡалаһында үтә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, уның хәрби тәжрибәһе элек тә була: 2005 йылдан 2007 йылға тиклем Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында, һуңынан өс йыл Абхазиялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында Осетияла контракт буйынса механик-водитель булып хеҙмәт итә.
Мәсетле яугирын өйөндә иң ҡәҙерле кешеләр көтә: яратҡан ҡатыны Алина Заһир ҡыҙы һәм балалары. Икеһе лә Әжекәй ауылында тыуып үҫкән, 2012 йылда өйләнешәләр. Уларҙың ғаиләһендә өс бала тыуа: өлкән ҡыҙы Аделина – туғыҙынсы синыф уҡыусыһы, ике бәләкәс улдары – Илмир менән Әмир. Бөтә ауырлыҡтарҙы һәм шатлыҡтарҙы бүлешеп, ҡатын иренең таянысы булып тора. Ире Ватан алдында бурысын үтәгәндә уға айырыуса ауыр була.
– Тормош иптәшем менән ағайым фронтта саҡта өс бала менән яңғыҙ ҡалыуы ауыр булды... Балалар атаһы өсөн гел борсолдо, уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көттөк, – тип һөйләй ҡатын.
Тормош иптәшенең был ике йыл эсендә һирәк булһа ла шылтыратып тороуҙары ҡатынды йыуата, ул уға йыш ҡына ирекмәндәр ойошмалары йәиһә почта аша посылкалар ебәрә.
Былтыр февралдә Рөстәм Заһир улы ҡаты яраланыу сәбәпле өйөнә ҡайтарыла. Өйөнә имен ҡайтыу уның өсөн күптән көтөлгән ваҡиға була.
Хәҙер яугир тыуған ауылында тракторҙа эшләүен дауам итә, әле урындағы ойошма өсөн утын әҙерләү менән шөғөлләнә.
* * *
9 декабрҙә Рәсәй Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Был дата – үткәндәрҙең ҡаһарманлыҡтарын иҫкә алыу һәм бөгөнгө геройҙарҙы тәбрикләү көнө. Ул Изге Георгий ордены булдырылған 1769 йылға барып тоташа һәм батша наградалары кавалерҙарынан алып Рәсәй һәм СССР Геройҙарына тиклем бөтә дәүер геройҙарын берләштерә.
Бөгөн был көн айырыуса көнүҙәк, беҙ тарихи геройҙарҙы ғына түгел, ә хәҙер алғы һыҙыҡта ҡыйыулыҡ күрһәткән замандаштарыбыҙҙы ла тәбрикләйбеҙ.
Был көндә Мәсетле районында, бөтә илдәге кеүек, мемориалдар эргәһендә тантаналар, МХО ветерандары һәм хәрбиҙәр ҡатнашлығында батырлыҡ дәрестәре, яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам акциялары үтә. Ватан Геройҙары көнө дәреслеккә ингән батырлыҡ тарихы ғына түгел, ул бөгөн ябай кешеләрҙең Тыуған иле хаҡына батырлыҡ ҡылыуы хаҡында һөйләй.
Был дата быуындар бәйләнешен нығыта, ҡыйыулыҡ, бурыс һәм фиҙаҡәрлектең мәңгелек икәнлеген һәм бөгөнгө Ватанды һаҡлаусылар йөрәгендә йәшәүен күрһәтә.

МХО-ла Рөстәм Мөхәмәтов пулеметсы була


Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

“Мәсетле тормошо” гәзитенән

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас