Башҡортостандан Златаустҡа китеп барған микроавтобус йөк машинаһына бәрелә. Пассажирҙар ултыртҡан водитель ҡаршы юлға сыҡҡан булған. Һуңынан реанимацияла үҙе йән бирә. Микроавтобусҡа ултырған ун туғыҙ йәшлек ҡыҙ һәм ике ир-егет төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Халыҡ, микроавтобустар йөрөткән водителдәрҙең пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге тураһында уйламауҙарын, әйтә. Күберәк рейс эшләр өсөн ен урынына осалар, тиҙәр. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ. Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы арҡаһында ҡар һыуының асфальт өҫтөнән ағып ятҡан урындар ҙа күбәйҙе. Күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй елдергәндә һуңғы сәфәрең булыуы ла ихтимал.
Фото интернеттан алынды.