

Һуңғы осорҙа пилотһыҙ осоу системаларына иғтибар бермә-бер арта бара. Былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса элиталы һаналған ошондай төр ғәскәр булдырылыу менән унда хеҙмәт итергә теләк белдереүселәр ҙә артты. Әммә пилотһыҙ системалар махсус хәрби операция шарттарында ғына түгел, ябай тормошта – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ла киң ҡулланыла. Шуға күрә республиканың урта һөнәри уҡыу йорттары был йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә.
Төплө белем биреү өсөн барыһы ла эшләнә
Ошо көндәрҙә беҙ Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында булып, унда 2023 йылда асылған “Пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау” белгеслеге буйынса белем биреү үҙенсәлектәре менән таныштыҡ.
– Был бүлек 2023 йылда асылды. Әлеге көндә I – III курстарҙа 138 студент белем ала, уларҙың 112-һе – бюджет, тағы 26-һы түләүле нигеҙҙә уҡый. Уҡыу ваҡыты – өс йыл да 10 ай, йәғни киләһе йылда тәүге дипломлы белгестәр әҙерләп сығарасаҡбыҙ. Пилотһыҙ авиация системалары, ғөмүмән, техник йүнәлеш менән башлыса ир-егеттәр ҡыҙыҡһынғанға күрә, беҙҙә лә егеттәр күберәк, әммә ҡыҙҙар ҙа уҡырға инә, тырышып белем ала, – тип һөйләне бүлек мөдире Эльза Арыҫланова.
Артабан уның оҙатыуында “Пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау” белгеслегендә уҡыған студенттар янына юлландыҡ. Эльза Салауат ҡыҙы бер ыңғай матди-техник база, яңы һөнәргә өйрәтеү өсөн башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Колледжда асыҡ һәм ябыҡ полигондар булдырылған. Элекке тантаналар залын тулыһынса үҙгәртеп ҡороп, дрондар менән идара итеү өсөн ҡулайлаштырғандар, ә асыҡ полигон колледж янындағы майҙансыҡта урынлашҡан. Бынан тыш, лаборатория, уҡыу бүлмәләре тейешенсә йыһазландырылған.
Эльза Салауат ҡыҙынан быйылғы ҡабул итеү, ғөмүмән, уҡыу, йәшәү шарттары тураһында ла ҡыҙыҡһындыҡ.
– Быйыл ошо белгеслек буйынса 50 студент ҡабул итеүҙе планға алғанбыҙ. Әлбиттә, бюджет урындары бар. “Дүртле” һәм “бишле”гә өлгәшкәндәр стипендия алып уҡый. Дөйөм ятаҡ уҡыу корпусының эргәһендә генә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта, хәлебеҙҙән килгәнсә, ремонт эштәре башлағанбыҙ. Йәштәрҙе хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән ҡулланған һөнәрҙәргә уҡытыу йәһәтенән тырышып эшләйбеҙ, - тип хәл-әхүәлдәре менән таныштырҙы мөдир.
Эльза Салауат ҡыҙы студенттарҙың уңыштарына ла туҡталды. Әлбиттә, беҙҙе тәү сиратта “Пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау” белгеслеге ҡыҙыҡһындырғанға күрә, ошо бүлектә белем алған егеттәр һәм ҡыҙҙар хаҡында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, II курс студенты Максим Дымов “Профессионалитет” чемпионатының республика этабында еңеү яулап, Калугала үтәсәк төбәк-ара этапҡа юлланырға йыйына. Максимдың үҙе менән дә әңгәмәләшергә форсат таптыҡ.
– Бала саҡтан техника, программалау менән ҡыҙыҡһындым, шуға күрә IX кластан һуң, һис икеләнмәйенсә, ошо колледжды һайланым. Әлеге ваҡытта мин дрондар менән үҙаллы идара итә, уларҙы программалай беләм. Был йүнәлеш ныҡ оҡшай, ярышта ла ҙур теләк менән ҡатнаштым. 26 апрелдә Калугала үтәсәк этапҡа ла ҙур өмөттәр бағлайым, – ти Максим.
Егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа уҡый
III курс студенттары белем алған уҡыу бүлмәһендә беҙҙе махсус дисциплина уҡытыусыһы Артем Саттаров ҡаршы алды. Был төркөмдәге 20 студенттың өсәүһе ҡыҙҙар булып сыҡты.
Студенттар компьютерҙа дрондарҙың моделен эшләү менән шөғөллөнгән арала Артем Викторович менән әңгәмәләшәбеҙ. Йәш белгестең эш стажы әлегә дүрт йыл, шуның ике йылы – ошо белгеслек буйынса. Ул үҙе лә ошо уҡыу йортон тамамлаған. Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, уҡытыу эшенә тотонған.
– Пилотһыҙ осоу аппараттары менән әрмелә саҡта ҡыҙыҡһынып киттем. Хеҙмәтем был йүнәлешкә бәйле булманы, шулай ҙа яңы өлкә үҙенә йәлеп итте һәм пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса махсус курс үттем, – тип ҡыҫҡаса үҙе менән таныштырҙы Артем Викторович.
Артабан уның оҙатыуында лабораторияға юлландыҡ. Бында инде студенттар дрондарҙы йыйыу, һүтеү, ремонтлау менән шөғөлләнә. II курс студенты Артур Абдрахманов та “Профессионалитет” чемпионатының республика этабында беренсе урынға лайыҡ булған.
“Яңы йүнәлеш, яңы һөнәр һәр ваҡыт ҡыҙыҡ тойола. Уҡыу оҡшай. Пилотһыҙ авиация системалары бөгөн төрлө тармаҡтарҙа уңышлы ҡулланыла, йәғни хәрби тормошта ғына түгел, иҡтисадта, мәҫәлән, ауыл хужалығында ла ла ныҡ кәрәк. Киләсәктә ниндәй тармаҡта эшләремде әлегә аныҡ хәл итмәгәнмен, әммә ошо һөнәр буйынса хеҙмәт итәсәкмен”, – тине Артур.
Егеттәрҙең дрондар менән ҡыҙыҡһыныуы аңлашыла, ә бына ҡыҙҙарҙы был һөнәрҙе һайлауға ниндәй уй-маҡсаттар алып килде икән? II курс студенттары Алина Фаязова менән Юлиә Әбилева класташтар, әхирәттәр булып сыҡты. Алина мәктәп йылдарында уҡ авиация менән ҡыҙыҡһынған, шуға күрә ошо белгеслекте һайлаған.
– Әхирәтем пилотһыҙ авиация системалары буйынса уҡырға инергә йыйыныуы тураһында әйткәс, мин дә ҡыҙыҡһынып киттем һәм бергә уҡырға индек. Һис тә үкенмәйем. Егеттәрҙән ҡалышмайбыҙ, уҡыу еңел бирелә, – тине Юлиә.
Уның һүҙҙәрен уҡытыусылары Артем Викторович та ҡеүәтләп: “Ҡыҙҙар белем алыуға бик етди ҡарай, теорияны өйрәнеү йәһәтенән улар егеттәргә ҡарағанда шәберәк тә. Ә егеттәр практикала үҙҙәрен алдынғы итеп күрһәтә”, – тип билдәләне. Артабан ул беҙҙе белгеслек буйынса уҡыу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
– Студенттар тәүге ярты йылда дөйөм белем нигеҙҙәрен өйрәнә, яңы йылдан һуң махсус дисциплиналар башлана. Мәҫәлән, вертолет, самолет төрөндәге пилотһыҙ осоу аппараттары тураһында мәғлүмәт алалар. Унан инде ике аҙналыҡ практика башлана. Был осорҙа дрондарҙы йыйыу, һүтеү, деталдарҙе дөрөҫ һайлау һәм урынлаштырыу серҙәрен үҙләштерәләр. Артабан симуляторҙа идара итергә өйрәнәләр. Имтихан тапшырғандан һуң, III-IV курстарҙа, уларға ысын дрондар менән идара итеү хоҡуғы бирелә. Уҡыуҙы тамамлаған дипломлы белгестәр пилотһыҙ авиация системалары ҡулланылған тармаҡтарҙа ғына түгел, уларҙы етештергән сәнәғәт объекттарында ла эшләй ала, – тип һөйләне Артем Саттаров.
Артабан ул беҙҙе асыҡ һауала пилотһыҙ осоу ҡорамалын һынап ҡарау күнекмәһенә саҡырҙы. Ике ҡулдың усына ғына һыйған джойстик ярҙамында идара ителгән дрон геүләп һауаға күтәрелеп, кәйелеп-кәйелеп оса башланы. Был күренеште ҡыҙыҡһынып күҙәткән йәш кенә егет һәм ҡыҙҙарға ҡарап, күңелдә: “Һеҙгә бындай техника менән тик тыныс шарттарҙа ғына идара итергә яҙһын ине”, – тигән уй-теләк яралды...
БЕЛЕШМӘ
Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны ла сикләнгән.
* Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин улар өсөн айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
* Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә
* Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
* Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
* Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
* Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
* Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр генә контракт төҙөй ала. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
* FPV-дрон операторы булыу өсөн йәш буйынса талап – 18 йәштән 35 йәшкәсә, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
* Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
* Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
* Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156)
“Дәүләт хеҙмәттәре”ндә заявка ҡалдырырға мөмкин
Контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы һорауҙар менән ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә: – 122.
Гөлдәр Яҡшығолова фотоһы.