+23 °С
Облачно


Ер ҡарҙан әрселеү менән республиканың төрлө төбәгенән мотоциклдарҙа аварияға эләгеп үлгән йәштәргә бәйле хәбәрҙе көн дә тиерлек ишетәбеҙ. Кисә иртән ошо транспортҡа бәйле Өфө районында йәнә бер үлем осрағы теркәлгән. Егерме ике йәшлек егет ҙур тиҙлектә ике тәгәрмәсле тимер атта елдерә һәм бағанаға бәрелә. Алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән бирә.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Юлдар ашыҡҡанды, шаярғанды, уйнағанды яратмай.
Фото интернеттан алынды.