Шоңҡар
+16 °С
Ясно
Хәүефһеҙлек
20 Мая , 10:14

"Гном" күкте уяу һаҡлай

Анатолий үҙенең хәрби юлын Ҡазанда уҡыуҙарҙан башлай. Һуңынан хәрби иптәштәре менән бер ай Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында була. 2023 йылдың ғинуарында улар ЛНР-ға килә, унда Северодонецкта урынлаша. Ә һуңынан бер йыл буйына Кременная ҡалаһында оборона тоталар. Унда беҙҙең егеттәр хәленән килгәнсе урындағы халыҡҡа, тәү сиратта, яралыларға ярҙам итә алған.

"Гном" күкте уяу һаҡлай"Гном" күкте уяу һаҡлай
"Гном" күкте уяу һаҡлай

Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылынан Анатолий Дәүләев тәүге көндәрҙән үк МХОла.

Анатолий үҙенең хәрби юлын Ҡазанда уҡыуҙарҙан башлай. Һуңынан хәрби иптәштәре менән бер ай Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында була. 2023 йылдың ғинуарында улар ЛНР-ға килә, унда Северодонецкта урынлаша. Ә һуңынан бер йыл буйына Кременная ҡалаһында оборона тоталар. Унда беҙҙең егеттәр хәленән килгәнсе урындағы халыҡҡа, тәү сиратта, яралыларға ярҙам итә алған.

Һәм беренсе дәүләт наградаһы — «Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы — тап шул ваҡытта «Гном» позывнойлы сержантҡа тапшырыла. Һуңынан ул генерал Шайморатовтың II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, шулай уҡ «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Был ведомство наградаһын махсус хәрби операция барышында айырыуса яҡшы хеҙмәт иткән яугирҙарға тапшыралар.

2024 йылдың июлендә Анатолий  яңы һөнәр үҙләштергән — хәҙер ул пилотһыҙ осоусы аппарарттар операторы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас