

Йәй миҙгеле йылы, ҡояшлы булыуы менән һөйөндөрһә, ялдарын фажиғәле тамамлап ҡуйыусылар ҙа табыла. Бигерәк тә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоуҙары арҡаһында юғалтыуҙар һаны арта.
Өфө ҡалаһының уртаһында тиерлек урынлашҡан Ҡашҡаҙан күленә бәйле хәл-ваҡиғаларға бәйле хәбәрҙәр ҡуйыра башланы. Һыу инеү миҙгеле башланыр-башланмаҫтан унда кереүселәрҙең тәненә ҡыҙыл сыбыртмалар сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Батыусылар ҙа бар. Бөгөн иртә менән, мәҫәлән, ҡотҡарыусыларға бер сәғәт эсендә ике кешене һыу төбөнән сығарырға тура килә. Башта 29 йәшлек ҡатын-ҡыҙға ярҙам кәрәккән. Һуңынан ошо уҡ компания менән килгән егет тә һыуҙа йөрөү ҡағиҙәләрен онотоп ебәргән. Йәнә ҡотҡарыусыға уның ғүмерен һаҡлап ҡалырға тура килгән.
Иң мөһиме, бергә күңел асырға килгән иптәштәре ике кешенең бер-бер артлы һыу төбөнә китеүенә иғтибар ҙа итмәгән. Дуҫтар, шулай итеп, байрам иткәндә лә һынала.
Фото интернеттан алынды.