

Йыл башынан Башҡортостан йылға-күлдәрендә 17 кеше, шул иҫәптән дүрт бала батып үлгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров был хәлгә ҡарата борсолоу белдерҙе.
«Баймаҡ, Дыуан, Дюртөйлө, Шишмә райондарында дүрт ғаилә ҡот осҡос ҡайғы кисерҙе, иң ҡәҙерле кешеләрен — балаларын юғалтты. Бөтә фажиғәләр ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыҡты», — тип яҙа Радий Хәбиров МАКС-тағы мөрәжәғәтнамәһендә.
Республика етәксеһе халыҡты йылға-күлдәрҙә ял иткәндә айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Ул Башҡортостанда хәүефһеҙ, яҡшы йыһазландырылған пляждар күп булыуын билдәләне.
«Башҡортостанда хәүефһеҙ һыуҙа ял итеү урындары һаны арта бара. Быйыл уларҙың 392 һәм тағы ла булдырыласаҡ. 197 махсус йыһазландырылған пляж асылды. Уларҙың күбеһе беҙҙең матур, туристарҙы ылыҡтырған Нуриман (20) һәм Мәләүез (16) райондарында урынлашҡан. Шуларҙы һайлағыҙ. Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ», — тине Радий Хабиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров | MAX
Инсаф Хужабирганов
Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров | MAX