Шоңҡар
+17 °С
Ясно
Хәүефһеҙлек
2 Июля , 13:25

Авиакатастрофала бөтәһе 71 кеше һәләк була, уларҙың 52-һе - балалар

Аҙаҡ тикшереү күрһәтеүенсә, ике самолеттың да экипаждары һуңғы секундта бәрелешеүҙән ҡасырға тырыша, әммә бик һуң була. Ике һауа судноһы ерҙән 10 мең метр бейеклектә бәрелешә.

Авиакатастрофала бөтәһе 71 кеше һәләк була, уларҙың 52-һе - балаларАвиакатастрофала бөтәһе 71 кеше һәләк була, уларҙың 52-һе - балалар
Авиакатастрофала бөтәһе 71 кеше һәләк була, уларҙың 52-һе - балалар

Кисә, 1 июлдә, Боден күле буйындағы фажиғәгә - самолет ҡолап төшөп, Башҡортостан балаларының ғүмере өҙөлөүгә 24 йыл булды...

24 йыл элек 1 июлдә Германия күгендә “Башҡорт авиалиниялары” пассажир самолеты “Boeing 757” йөк самолеты менән бәрелешә. Ҡот осҡос фажиғә швейцар диспетчерының оло хатаһы арҡаһында килеп сыға.

Авиакатастрофала бөтәһе 71 кеше һәләк була, уларҙың 52-һе - балалар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: БАЛ Ту-154 лайнеры  Мәскәүҙән Барселонаға оса. Бортта яҡшы уҡыуҙары һәм башҡа ҡаҙаныштары өсөн Испанияла ял итер өсөн путевка алған балалар була.  Ә йөк самолеты Бергамонан осоп килгән була.

Авиакатастрофаның сәбәбе - автомат системаһы хәүеф тураһында алдан иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, диспетчер Питер Нильсондың лайнерға түбәнләргә сигналды һуңлап биреүе.

Аҙаҡ тикшереү күрһәтеүенсә, ике самолеттың да экипаждары һуңғы секундта бәрелешеүҙән ҡасырға тырыша, әммә бик һуң була. Ике һауа судноһы ерҙән 10 мең метр бейеклектә бәрелешә.

Фото: Башинформ

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас